Башҡортостан Башлығы башланғысы менән бер йылдан күберәккә контракт төҙөгәндә миллион һумға тиклем аҡсалата түләү бирелә. Республика яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙам хаҡында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин БСТ-ла уҙған “Батырҙар дәүере” телемарафонында таныштырҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостандан контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәр хәҙер 1 миллион һумға тиклем аҡса ала. Сумма Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса арттырылды. Ул 505 мең һум тәшкил иткән бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм Рәсәй Оборона министрлығынан һәм муниципалитеттарҙан түләүҙәр иҫәбенә формалаша. Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгән Башҡортостан халҡы 122 һанлы номер буйынса ситуация үҙәгенә, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала.