Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районында Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим автомобиль юлында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатылған. Белорет районында Ишле ауылы янында йылға ташыуға бәйле автобус йөрөшө сикләнгән. Әбйәлилдә лә ямғыр сәбәпле күлдәр кимәле күтәрелгән һәм ихаталарға һыу үтеп ингән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт