Әбйәлил районында «Башҡортостан ихаталары» һәм подъездарҙы капиталь ремонтлау программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Әле Асҡар ауылындағы күп ҡатлы йорттар ихатаһында балалар майҙансығы төҙөү бара.Эш барышы менән БЮТ ижади төрөкмө лә танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Төҙөлөш эштәре тамамланып та өлгөрмәгән, ә балалар майҙансығы шат тауыштарҙан яңғырап тора. Асҡар үҙәгендәге майҙансыҡ хәҙер кескәйҙәрҙең дә, ата-әсәләрҙең дә яратҡан урыны. Сағыу, матур, заманса, оҙаҡ хеҙмәт итһен, ти улар.
Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылындағы балалар майҙансығы «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса төҙөлә. Проект буйынса уйын ҡаласыҡтарынан тыш, тулы төҙөкләндереү ҡаралған. Иң мөһиме хәүефһеҙлек, ти төҙөүселәр. Элек бында боронғо уйын ҡоролмалары торған.
Төҙөкләндереү өсөн Асҡар уртаһындағы күп ҡатлы йорттар ихатаһы һайланған. Был осраҡлы түгел. Урында йәш ғаиләләр күп, әле үк майҙансыҡ гөрләп тора.
Әбйәлил районында подъездарҙы капиталь төҙөкләндереү программаһы ла тормошҡа ашырыла. Асҡар ауылындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, өйҙәр ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Әбйәлил районында бөтәһе 96 күп ҡатлы йорт иҫәпләнә, улар уҙған быуат уртаһында сафҡа индерелгән. Был объекттарҙа файҙаланыуға тапшырылғандан алып капиталь ремонт үткәрелгәне юҡ. Шуға төҙөкләндереүгә ихтыяж ҙур.
Әбйәлилдәр әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән башланған был программалар район өсөн бик кәрәкле. Улар ауылдар тормошона яңы һулыш өрә.
Башҡортостанда уңайлы мөхит, тормош сифатын яҡшыртыу тураһында һүҙ барғанда медицина хеҙмәтләндереүе генә түгел, социаль инфраструктура ла күҙ уңында тотола. Башҡортостан ихаталары, подъездарҙы ремонтлау программаһы шул иҫәптән. Сөнки кешенең йәшәйеше, көндәлек кәйефе үҙен уратып алған ябай ғына күренештәрҙән, уңайлы шарттарҙан формалаша.
Рәмзиә Кәримова