Тәмлекәстәр аша социаль яраҡлашыу. Өфөнөң мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгендә кулинар байрам үтте. Унда балалар төрлө тәмлекәстәр бешереп ата-әсәләрен, ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Байрам һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы хәстәрләү йылы сиктәрендә уҙғарылды. Проект балаларға үҙ аллы тормошҡа яраҡлашыу, һөнәр һайлауҙа ярҙам итә. Бәлки уларҙың ҡайһы берҙәре киләсәктә ашнаҡсы, кулинар булып китер, ти ойоштороусылар.
Һәр хәлдә кулинария барамы балалар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырасаҡ. Улар тәмлекәстәр бешереп кенә ҡалманы, ә билдәле ашнаҡсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре лә алды. Туҡланыу мәҙәниәте, этикет ҡағиҙәләренә төшөндө. Һуңынан реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре клоундар менән бергә күңел асты.