Өфөлә IX-сы Йәйге Универсиаданы ябыу тантанаһы үтте

Күләмле спорт сараһы илдә 2008 йылдан алып ойошторола. Башҡортостанда июндән июлгә тиклем уҙғарылған универсиадала ҡатнашыусылар 14 спорт төрөндә көс һынашты - бадминтон, бокс, волейбол, гандбол, дзюдо, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, регби, самбо, көрәш, шахмат буйынса ярыш үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров универсиадала ҡатнашыусы спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы.

IX-сы Йәйге Универсиадала Рәсәйҙең 51 төбәгенән бөтәһе 116 юғары уҡыу йорто ҡатнашты. Ярыштар Өфөнән тыш Салауатта һәм Белорет районының Яңы Абҙаҡ ауылында үтте. Күләмле бәйгелә Башҡортостан исеменән алты юғары уҡыу йортоноң спорт командалары сығыш яһаны. Республика студенттары 5 алтын, 7 көмөш һәм 12 бронза миҙал яуланы. Универсиадала 1-се урынды Кубань дәүләт физик культура, спорт һәм туризм университеты, 2-се урынды Санкт-Петербург милли дәүләт физик культура, спорт һәм һаулыҡ университеты, 3-сө урынды Волга буйы дәүләт физик культура, спорт һәм туризм университеты командалары яуланы. Белгестәр төбәктә үтәсәк «Рәсәй - спорт державаһы» форумына әҙерлекте юғары баһаланы.