Һәр ауыл күмәк көс менән тиҙ арала ылау әҙерләй. Был юлы Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары тәжрибә уртаҡлашып ҡайтып, уңайлы ҡулайламала тауар киҫеп маскировка селтәре үрә башлаған.
Ошо көндәрҙә Мерәҫтәр Ярат ауылына барып маскировкалау селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресендә булып ҡайта һәм шунда уҡ эшкә тотона. Ауыл халҡы менән бергә аҡса туплап, махсус тәғәйенләнештәге кәрәкле материалдар алынған. Бындай ярҙам сараһына ситтә йәшәүселәр ҙә ҙур теләк менән ҡушыла.
Оҙонлоғо 350 метр булған “Спанбонд” тигән махсус тауар 3*6 размерлы 5 селтәр үреүгә етә. Мерәҫ ауылының оҫта ҡуллы ир уҙаманы Марсель Вәлиев таҫмаларҙы тиҙ арала, уңайлы һәм тигеҙ ҡырҡыу өсөн ҡул аҫтындағы материалдарҙан эш ҡоралын эшләп биргән.
Маскировка селтәрҙәре ни өсөн кәрәк? Улар алғы һыҙыҡта яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итә, ҡорал, окоп, шәхси составты, хәрби техниканы ябыу өсөн бик ҡулай. Ҡыҫҡаһы - был йәшерергә мөмкинлек биргән иң ябай һәм киң таралған маскировкалау төрө.
Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан уны башҡарғандар һәр таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә Үрге Яйыҡбай ауылы ҡыҙҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ауылдаштары менән 3 селтәр оҙатҡан, бынан тыш Йылымдар 5, Ғүмәрҙәр 3, Мәмбәттәр 2-ҙе әҙерләгән. Йәрмөхәмәт һәм Ярат ауылдарында ла эштәр тамамланыу өҫтөндә.
Рүзилә Ғүмәрова