Бөгөн, 27 июлдә, Донбасс һуғышында һәләк булған балаларҙы хәтерләйбеҙ. Был көн 2022 йылда Донецк халыҡ республикаһы Башлығы Денис Пушилин указы менән Украина ҡораллы формированиелары уты аҫтында һәләк булған сабыйҙар һәм үҫмерҙәр хәтерен мәңгеләштереү өсөн булдырыла. Был көн осраҡлы һайланмаған. 2014 йылдың 27 июлендә Украинаның ҡораллы көстәре Горловка урамдарын Град ҡоролмаларынан утҡа тотҡанда, Кристина Жук һәм уның 10 айлыҡ ҡыҙы һәләк була. Уны «Горлов Мадоннаһы» тип атайҙар.әсәйҙең ҡыҙы менән фотоһы бөтә донъяны урап үтә. Ул көндө Донецк ҡанлы йәкшәмбеһендә 22 тыныс кеше һәләк була, уларҙың дүртәүһе - балалалар.
Бөгөн Өфөлә «Чайка» балалар һауыҡтырыу лагерының «Хәтер ташы» мемориалы янында матәм акцияһы ойошторолдо. Унда Башҡортостан республикаһының балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ольга Панчихина һәм һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ та Донбасста, Новороссияла һәм Рәсәй сиге буйында һәләк булған балаларҙы иҫкә алыу акцияһына ҡушылды. Ватан һаҡсылары комитеты үлемһеҙлек символы булған торналар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Сара барышында һәләк булған балаларҙың исемдәре һәм биографиялары яңғыраны.