Дәүләкән районы махсус хәрби операция биләмәһенә 40-тан ашыу гуманитар конвой ебәргән

Ошо көндәрҙә алғы һыҙыҡҡа тағы берәү килде. Уны килтереүҙә район хакимитәе башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов та ҡатнашты. Йөк составында хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәкле техника, мотоциклдар, генераторҙар, квадрокоптерҙар, маскировка селтәрҙәре, медикаменттар. Посылкалар туранан-тура хәрби хеҙмәткәрҙәргә тапшырылды, улар гуманитар ярҙам йыйыуға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Гуманитар ылауҙы туплауҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ һеҙҙең йөрәк йылыһын, хәстәрлегегеҙҙе тоябыҙ. Беҙ беләбеҙ, һеҙ беҙҙе онотмайһығыҙ

Боец