Баймаҡ районының Темәс ауылындағы һыуүткәргестәрҙе модернизациялау һөҙөмтәһендә эсәр һыу сифатын күпкә яҡшыртыуға өлгәшелгән. Ауылдың бер осонда торбалар яңыртылһа, икенсе яғында һыу башняһы урынлаштырылған. Был ремонтты Темәс халҡы күптән көткән.
Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында бер нисә һыу башняһы яңыртылған. Был эштәр Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Республика етәкселегенең иғтибары һөҙөмтәһендә, йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре генә түгел, төҙөкләндереү, тирә яҡты тәртипкә килтереү эштәре лә башҡарыла.