Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы 8 муниципаль берәмектәге 18 һыу баҫыу осрағын контролдә тота. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып бара, халыҡ менән эшләй. Ваҡытлыса урынлашыу пунктары әҙерләнгән. Айырыуса зыян күргән биләмәләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Өфөнән тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән аэромобиль төркөм дә ебәрелгән. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле күтерелеүгә бәйле Мәндәғол ауылында тиҫтәнән ашыу йортто һыу баҫҡан. 45 кеше, шул иҫәптән 18 баланы эвакуациялау ойошторолған. Барыһы ла ваҡытлыса урынлашыу пункттарында ҡалыуҙан баш тартып, туғандарына юлланған. Шулай уҡ Иҫке Собханғол ауылында ла тиҫтәгә яҡын ихата биләмәһе зыян күргән. Биләмәлә йылға ярын нығытыу буйынса эштәр башҡарылған. Муниципалитетта күперҙәрҙең йыуылыуы ла билдәле. Ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле барлыҡ көстәр юғары әҙерлек режимына күсерелгән.
Учалы районында ла ҡойма ямғырҙан һуң шәхси йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән. Юлдар йыуылып, күперҙәр емерелгән. Мулдаш ауылында ла йылға аша ҡоролманы тергеҙеү эштәре талап ителә. Районда хакимиәт етәкселеге, ҡотҡарыусылар ҡатнашлығында оператив төркөм эшләй.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районы Йәнгел ауылында дамба йырылмаһын өсөн өҫтәмә саралар күрелгән. Республикала яуым-төшөмдән зыян күргән юл участкалары тергеҙелә башланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Хөкүмәт, район-ҡала хакимиәттәре етәкселеге менән оператив штаб уҙғарған. Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып барыла. Республика буйынса һыу күтәрелеүгә бәйле хәл контролдә тотола. Ваҡытлыса урынлашыу пункттары ойошторолған.
Уҙған ике көндә ҡойма ямғырҙарға бәйле Архангел районында ғына Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 155 сантиметрға күтәрелгәйне. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә лә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, ел тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе ихтимал. Әлегә йылғаларҙа һыу ҡайта башлаған һәм ниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙа автомобиль хәрәкәте тергеҙелә.
Гөлназ Хәйбуллина