Һәр учреждение ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыуға йүнәлтелгән сара уҙғарырға тейеш. Мәмбәт ауылы моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре урындағы үҙешмәкәр коллективтар менән бергә театрлаштырылған тамаша ҡуйҙы. Сәхнәлә тотош ғаиләләре менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Сәхнәләштереүҙә башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары күрһәтелде. Билдәле булыуынса, район китапханалары араһында күләмле бәйге 2015 йылдан алып ойошторола. Киләһе йылға илһөйәрлек темаһы һайлап алынған.