Архангел районы Абҙан ауылында йәшәүсе хөрмәтле ағинәй Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы Хужахмәтова бер быуатлыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы. Йөҙйәшәр ағинәй ил Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан, район етәкслегәнән ҡотлауҙар, бүләктәр һәм сағыу гөлләмәләр ҡабул итте. Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡайтҡан балалары, ауылдаштары, яҡташтары менән бергә юбилярҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Бер быуатлыҡ ғүмер байрамы уңайынан тәбрикләргә килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарын Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы аяғүрә ҡаршыланы Үҙ яҙмышын тырышлыҡ һәм фиҙәҡәрлек менән яҙған тыл һәм хеҙмәт ветеранын тәбиғи ихласлыҡ, сама хисен юғалтмау кеүек күркәм сифаттар биҙәй. Архангел районы Абҙан ауылы йөҙйәшәренә ил Президенты , Башҡортостан Башлығынан, район етәкслегәнән ҡотлауҙар, бүләктәр һәм сағыу гөлләмәләр тапшырылды.
Етемлекте бик иртә татый геройыбыҙ. Белемен дауам итәһе урынға үҫмер сағынан колхоз эшенә егелә. Һуғыш һалған яралар, аслыҡ, ауыр эш уны һындырмай. Ауылда булған бар эштәрҙе ул ҙур фиҙәҡәрлек менән үтәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ете йыл тырышып хеҙмәт итә. Бынан тыш үҙ теләге менән ҡараусыһыҙ ҡалған өлкөн йәштәгеләрҙе баға. Моң яратыуы һәм уңғанлығы ҡыҙҙарына ла күскән.
Абҙан ауылы ағанәйе Шәрифә Хужахмәтова: «Миндәге рух көсө аралашҡан мөхиттән, тәпәй баҫҡан тупраҡтан»ти. Ипле, ғәҙел, кешелекле, тырыш булыуы арҡаһында ағинәй тормош һынауҙарын лайыҡлы үткәргән. Килене Мәрйәм менән 36 йыл ошо ҡотло нигеҙҙә бер-береһен һаҡларға тырышып, икеһе лә бер төптән бала-сағаларына терәк-таяныс булып, татыу ғүмер итә.
Байрам табыны, тәбрикләүҙәр йыр-моңға үрелеп барҙы. Шәрифә Хужахмәтова ла дәртле көйҙәргә ҡушылып йырланы, шартына килтереп бейеп тә алды.Йөҙйәшәр килгән ҡунаҡтарға йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йөҙ йәшендә лә ул иҫ китмәле алсаҡ, ҡарашынан мәрхәмәт һәм шәфҡәтлек бөркөлөп тора. Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы:» Тормош терәге -һаулыҡ, аҡыл терәге-сафлыҡ» тип ғүмер итә. Һөйкөмлөнөң-һөйкөмлөһө, олоһо-кесеһенә лә изге теләктәрен юллай һәм киләһе йылға ла балалары, күрше-күләне менән бергә тыуған көнөнә көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова