Көнъяҡ райондарҙа сәнәғәт үҫеше муниципалитеттар иҡтисадында яҡшы йоғонто яһай

Инвесторҙар өсөн сеймал, ә урындағы халыҡҡа эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Көнъяҡ райондарҙа сәнәғәт үҫеше муниципалитеттар иҡтисадында яҡшы йоғонто яһай. Яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, өҫтәм эш урындары барлыҡҡа килә.

Ябай кеше өсөн был урын ниндәйҙер торбалар сығып торған ялан ғына. Ләкин уның аҫтында алтын ята. Ҡиммәтле металды бында ер аҫтынан тишектәр аша сығаралар.

Был алым экологик йәһәттән иң отошлоһо. Алтын сығарыуҙа натрий хлориды ғына файҙаланыла. Йәғни ергә ябай тоҙ ғына индерелә. Эш мауыҡтырғыс, ә иң мөһиме йәшәгән ерҙән алыҫ түгел, ти хеҙмәткәрҙәр.

Сәнәғәт предприятиелары муниципалитеттар өсөн ҙур терәк. Хәйбулла тау компанияһы ла Баймаҡ районы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Урындағы иҡтисадты үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Аграр төбәк булыуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ районы сәнәғәт өлкәһенән дә яҡшы килем ала. Ҡойоу-механика заводы шундай предприятиеларҙың береһе. Бында әле 400 кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы илле меңдән ашыу. Токарҙәр иһә 80 меңдән дә кәм алмай.

Ситтә оҙон аҡса эҙләгәнсе йәшәгән ерҙә хеҙмәт итеү отошло, ти Талип Ҡотлоғәлләмов. «Башмедь» компанияһында ул дүрт йылдан ашыу эшләй. Оҙаҡламай етәкселек үҙен үрләтергә лә уйлай.

«Башмедь» тәү сиратта яҡшы хеҙмәт урындары һәм лайыҡлы эш хаҡы. Ләкин предприятие тәҡдим иткән уңайлыҡтар бының менән генә тамамланмай.

Муниципалитеттар ғына түгел, республика өсөн дә төбәктәрҙә ошондай ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеларының булыуы мөһим. Шуға ла республика етәкселеге уларҙы һәр яҡлап та ҡурсалап тота. Ә предприятиелар үҙ сиратында төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ярҙам итә. Был хеҙмәттәшлектән иһә тәү сиратта урында йәшәүселәр ота.