Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуатта «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте

Ошо уңайҙан һәүәҫкәр ижади коллективтар ҡатнашлығындағы байрам концерты, ат сабышы һәм көрәш кеүек спорт саралары ла ойошторолдо. Юрматы ырыуына ҡараған Түбәнге Аллағыуат ауылынан тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ауылдаштар байрамы олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы. Килгән халыҡ сара үткән майҙанда ил сәнәғәтен, төбәк данын күтәргән эшҡыуарҙарҙың продукцияһы менән танышты. Ильясовтар ғаиләһе мәҫәлән, буҙа эшләп һатыуҙа махсуслашҡан. Урал аръяғына хас милли эсемлек бөгөн республиканың көньяғында үҙ урынын тиҙ тапты.

Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Юрматы ырыуына ҡараған Түбәнге Аллағыуат - Башҡортостандың боронғо ауылдарының береһе. Был ерҙәрҙә меңәр йылдар элек аҫаба башҡорттар йәшәгәнлеге лә күптән дәлилләнгән. Урында табылған археологик ҡомартҡылар үҙҙәре үк был хаҡта һөйләй.

Байрамда ырыу-нәҫел тамырҙарын дауам иткән, атай нигеҙен һаҡлап йәшәгән замандаштарыбыҙ айырым билдәләнеп үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында ауылдың иң оло ғаиләһе, йәш парҙары ла бар.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» Түбәнге Аллағыуат халҡы һәм күрше ауылдарҙың һәүәҫкәр ижади коллективтары ярҙамында концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Берәүҙәр байрам тамашаһын ҡараған арала, көрәшселәр майҙан тотто. Килгән халыҡ ат сабышын да ҡарап кинәнде. Ярышта ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.

Тыуған яғыңды ҡәҙерләү, уның тарихын өйрәнеү, ырыу-нәҫел шәжәрәһен күҙ ҡараһылай һаҡлау - һәр башҡорттоң изге бурысы. Түбәнге Аллағыуаттар ҡуйған маҡсат та ошо. Иң мөһиме байрамға йыйылыусылар ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге, тәрбиә мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеп, уй-фекер тупланы.

Азат Ғәлиуллин