Проект быйыл «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған күсмә «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелгән һәм хуплау тапҡан.
Сибай ремонт-механика заводы ҡаланың тарихи предприятиеларның береһе. Заманында предприятие тау-байыҡтырыу комбинаты менән эшләй һәм сәнәғәтселәрҙе техник яҡтан хеҙмәтләндәреү эшен алып бара. Әммә урында ҡаҙылмаларҙы сығарыу туҡтатылыу менән бәйле завод заказдарһыҙ ҡала. Хужалар әйтеүенсә, предприятиены һаҡлап ҡалыуҙың ышансылы ысулы-яңы эш йүнәлешен үҙләштереү. Ә карьерҙар өсөн үҙбушатҡыс машиналар йыйыуға бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡойоу, йыйыу, ремонтлау цехтары эшләй. Иң мөһиме кадрҙар базаһы бар. Рәсәй баҙарында үҙбушатҡыстарға ихтыяж ҙур, элек улар сит илдәрҙән индерелә ине, хәҙер сауҙа мөмкинлеге сикләнгән, хаҡтары ла юғары.