Ҡырмыҫҡалы районында «Рәхәттә» Халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале үтте

Мунса мәҙәниәтенә арналған сарала Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән ярты меңдән ашыу белгес ҡатнашты.

Биләмәлә мунса ҡаласығы ойошторолғайны, ошонда уҡ мунса әҙерләү оҫталығы һәм күмәк сабыныу буйынса ярыштар үтте. Массаж зоналары, һыу аттракциондары эшләне. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне, улар алдында төбәктең билдәле артистары сығыш яһаны.

Эшлекле программаға ярашлы, мунса индустрияһы һәм медицина туризмы буйынса әйҙәүсе тармаҡ белгестәре, бизнес вәкилдәре пленар ултырышта ҡатнашып, «Ял фәлсәфәһе. Сәләмәтлек. Матурлыҡ» темаһын асты, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен ҡараны. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар төбәктең һауыҡтырыу учреждениелары белгестәре, табип-ғалимдарҙың лекцияларын тыңлап, файҙалы мәғлүмәт алды