Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский һәм Потаповка ауылдары араһындағы юлды һыу баҫҡан. Йорттарға, баҡса участкаларына һыу аҫтында ҡалыу хәүефе юҡ. Йылға кимәлен контролдә тотоу һәм күҙәтеү маҡсатында ваҡытлыса гидропостар урынлаштырылған, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежур итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Әбйәлил, Учалы, Салауат һәм Белорет райондарындағы 7 хәл контролдән алынған. Республиканың һәм Силәбе өлкәһе һыуһаҡлағыстарынан да һыу ебәреү кәметелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролдә.