Өфөлә «ялған» алкоголь менән сауҙа иткән һәм поезд пассажирҙарын ағыулаған ҡатын ҡулға алынды

Өфөлә тимер юл вокзалы платформаһында «ялған» алкоголь менән сауҙа иткән һәм поезд пассажирҙарын ағыулаған ҡатын ҡулға алынды.

«Хәүефһеҙ республика» проекты активистары граждандарҙың ялыуҙары буйынса транспорт полицияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә спиртлы продукцияһының законһыҙ әйләнешен тикшерҙе. Сара барышында улар бер нисә ҡатындан контроль һатып алыу ойоштора. Шул иҫәптән, пластик һауыттарҙа акциз маркаһыҙ алкоголь менән сауҙа итеүсеһенән дә. Активистар әйтеүенсә, ғәйепләнеүсе ҡулға алынғанда дәғүәләргә ризаһыҙлығын белдереп полиция хеҙмәткәрҙәренең береһенә ташланған.

Ҡатын ялған спиртлы продукция менән республика халҡын ғына түгел, Өфө аша үткән Рәсәй граждандарын да ағыулаған. Уға ҡарата «ваҡ хулиганлыҡ», «законһыҙ сауҙа итеү», «полиция хеҙмәткәрҙәренә ташланыу» осрағы буйынса протокол төҙөлдө.

Антон Буфетов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Хәүефһеҙ республика» проекты координаторы