Бәләбәй ирекмәндәре алғы һыҙыҡтағыларҙы маскировка селтәрҙәре менән тәьмин итә

Махсус хәрби операция башланыу менән ун мең квадрат метр септә үрелгән. Япмалар миҙгелгә, урындағы мөхиткә яраҡлаштырып эшләнә. Танкты һәм башҡа техниканы хәрби һөжүмдән йәшерергә ярҙам итә. Материал булараҡ белорус пленкаһы ла ҡулланыла. Әлегә складта 26 маскировка селтәре иҫәпләнә, уларҙы быйыл көҙ сираттағы гуманитар ылау менән оҙатыу планлаштырылған.

Маскировка селтәрҙәренә ихтыяж юғары. Хәрбиҙәрҙән заявкалар күп килә, барыһына ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда, бишәр-алтышар септә алып китәләр. Гуманитар ылау менән дә оҙатыбыҙ. Материалдар менән бағыусылар тәьмин итә.

Дарья Маркелова, ирекмән