Луганск һәм Донецк республикаһынан килгән 50-нән ашыу уҡыусы Өфө фән һәм технологиялар университеты менән танышты. Экскурсия «Университет сменаһы» федераль проекты буйынса ойошторола.
Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостандың иң төп һәм абруйлы уҡыу йорто. Уның структураһында 13 факультет һәм институт, 6 ҡалалағы филиал инә. Бакалавриат, магистратура буйынса белгестәр 150 йүнәлеш буйынса әҙерләнә. Университет етәкселеге әйтеүенсә, уҡыу йорто йылдар дауамында тупланған тәжрибәгә таянып, заманса технологияларҙы үҙләштереп эшләй. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ныҡ. Луганск һәм Донецк республикаларынан килгән уҡыусылар Башҡортостанда 4 көн. Улар өсөн фәһемле һәм мауыҡтырғыс программа ойошторолған. «Университет смена»һы балалар яратҡан экскурсияларҙың береһе. Был сәфәр үҙеңдең киләсәк һөнәреңде һайларға ярҙам итә.