Башҡортостан сәнәғәт инфраструктураһының үҫеше буйынса ил кимәлендә алдынғылар иҫәбендә

Бөгөн төбәктә 12 индустриаль һәм 19 парктың эшләүе билдәле. Шулай уҡ 9 сәнәғәт кластеры булдырылған. Тап ошо күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә беренсе килә. Ишембай ҡалаһында еңел сәнәғәт тармағының үҫеш мөмкинлектәре менән беҙҙең ижади төркөм яҡындан танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Розалиә Кәримова производствола 30 йылдан ашыу. Тармаҡҡа ла ул күңел ҡушыуы буйынса килгән. Махсус белем алғандан һуң, Ишембай ҡалаһы предприятиеһына эшкә төшә. Фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп ведомство наградалары менән баһаланған.

Продукция өсөн сеймалға ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Улар Ҡытай һәм Үзбәкстан илдәренән килтерелә. Сағыштырмаса яңы ҡоролмалар ярҙамында бер көн эсендә генә планлаштырылған заказ үтәлә.

Ишембай трикотаж ойошмаһы иһә капиталь ремонт эштәре менән бергә, теген ҡоролмаларын яңыртыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә, йыл башынан 139 мең берәмек кейем-һалым етештерелгән. Тауар әйләнеше яҡынса 37 миллион һумды тәшкил итә. Тотош ғаилә өсөн тегелгән продукция илдең төрлө төбәктәрен тәьмин итә.

Шулай уҡ заказға әйберҙәр ҙә күп төрлө. Мәҫәлән, был партия Күмертау мәктәптәренең береһе өсөн махсус әҙерләнгән. Башҡортостандың башҡа тармаҡтары кеүек үк, еңел сәнәғәт тә республика башлығы иғтибарында. Эш һөҙөмтәһе ил кимәлендә лә лайыҡлы баһалана. Башҡортостандың инновация, энергетика, сәнәғәт министрлығы коллегияһында ла ул айырым билдәләнеп үтте.

Федераль кимәлдә хеҙмәттәшлек алыр барған тағы бер ойошманы миҫалға килтереү ҙә етә. «Заспорт» предприятиеһында йыһазландырылған ҡоролмалар республикала берҙән бер. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй һәм сит илдәрҙән заказдар күп ҡабул ителә. Эшсе ҡулдар ғына етһен. Ошо маҡсатта ойошма хеҙмәткәрҙәр ҡабул ителә. Урында лайыҡлы эш хаҡы менән бергә, вахта ысулында эшләү мөмкинлеге лә ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин