Өфөлә 112-се Башҡорт Кавалерия Дивизияһы музейы фонды яңы экспонат менән тулыланды

Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле йылдарын сағылдырыусы ҡәҙерле ҡомартҡы. Красный Луч хакимиәте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа «Максим» пулеметына патрон таҫмаһы булып хеҙмәт иткән ҡумта бүләк итте. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров патрон таҫмаһы өсөн ҡумта Башҡорт кавалерия дивизияһы алыштары урынында табылған тигән факттарҙы әйтте. Тарихи экспонат Өфөләге Хәрби Дан музейының Дим биҫтәһендәге филиалына тапшырылды .

«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-бабаларыбыҙ фашизмға ҡаршы көрәшеп еңеү яуланы. Әлеге ваҡытта беҙҙең егеттәр нацмзм менән алыша һәм Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Хөкүмәттең опертив көңәшмәһендә экспонат республика Хәрби Дан музейының Өфөнөң Дим районында урынлашҡан филиалына һаҡлауға тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы тапшырған «Максим» пулеметына патрон ҡумтаһы төп залдарҙың береһендә урын алған.

112 -се Башҡорт квалерия дивизияһы музейы ғилми хеҙмәткәре экскурсияға килеүселәргә Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес яуҙарында ҡулланылған хәрби ҡорал хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән итте.

Ә был яҙма Башҡортостан телевидениеһы фондында һаҡлана. Мәргән пулеметсы, оҫта яугир Ғәйфулла Ғәбитов, 112-се Башҡорт квалерия дивизияһы составында дошманға ҡаршы алыша. Бөйөк ватан һуғышы осоронда яу ялынында «Максим» пулеметын ҡулланыу утыҙ һалдатты алмаштарған.

Бөйөк Ватан һуғышы яланынан беҙҙең көндәргә килеп еткән патрон бәйләме өсөн ҡумтаны эҙәрмәндәр генарал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған ерҙә, Штыровка ауылы янында тапҡан. Был ҡәҙерле ҡомартҡы илебеҙгә азатлыҡ яулаусы, халыҡтарҙы фашизм ҡолоғонан азат итеүселәргә рәхмәт билдәһе.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Владимир Путин указы менән үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын йондоҙо» тантаналы шарттарҙа Өфө урамдары буйлап үтеп Башҡортостан милли музейына тапшырылды. Совет майҙанында Рәсәй Геройы генарал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм илебеҙ азатлығы өсөн мәңгелеккә киткән геройҙар хәтеренә баш эйеү, хөрмәт билдәһе белдереү урыны. Тик «Максим»каларҙы хәҙер дрондар атакаһы алмаштыра. Ватан именлеге өсөн изге көрәш дауаи итә. Шайморатов генерал да гүйә ҡылысын бейеккә йүнәлтеп махсус хәрби операция биләмәһенән һәр яугирҙы Еңеү менән көтә кеүек.

Гүзәл Борханова