Акция башланғандан алып - 15 апрелдән белгестәр 120 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән, 30 мең тикшеренеү уҙғарылған. Һаулыҡ буйынса проблемалары асыҡланған осраҡта, өҫтәмә медицина диагностика саралары күрелгән. Социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға - шәкәр диабеты, яман шеш, туберкулезға шик тыуған осраҡтар ҙа бар. Барыһы ла контролдә тотола. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы алтынсы тапҡыр үтә. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә, ә улар араһында пенсионерҙар, ветерандар күп - табиптар, шул иҫәптән тар профилле белгестәр үҙҙәре килеп медицина ярҙамы күрһәтә. Төбәк етәксеһе республика халҡы өсөн мөһим эш башҡарыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Сәләмәтлек поездарының графигы ла билдәләнгән. Алдан яҙылыу талап ителмәй, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы булыу ҙа етә.