Башҡортостанда яуым-төшөм менән бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Ямғыр ташҡыны башланғандан алып бөтәһе 101 кеше эвакуациялана, уларҙың 32-һе-балалар. Тәүлек эсендә Башҡортостандың өс йылғаһында һыу күтәрелгән. Белоретта Маты йылғаһының һыу кимәле 150, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Әй йылғаһы 34, Октябрьский ҡалаһында Ыҡ йылғаһы 10 сантиметрға артҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә.

Алдағы көндәрҙә көслө яуым-төшөм һәм Павловка һыуһаҡлағысынан һыу ебәреү күләме артыуы һөҙөмтәһендә

Өфө йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә. Ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Был - «Казарез», «Альбатрос», «Озон», шулай уҡ Ленин районының Козарез һәм Романовка ауылдары араһындағы юл. Һыу баҫыу ихтималлығы булған бөтә биләмәләрҙә лә күҙәтеү ойошторолған. Хәл Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы тарафынан контролдә тотола. Яуаплы хеҙмәттәр баш ҡала халҡын, ташҡын ваҡытында баҡсасылыҡ ширҡәттәренә барыуҙы кисектереп тороуҙы һорай. Әгәр Ленин районында хәл насарайһа, халыҡты ташыу өсөн техника йәлеп ителәсәк», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.