Республикала «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса иң яҡшы муниципаль практикалар» фестиваленең икенсе этабы бара. Күләмле проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Стәрлетамаҡта ойошторолған сарала ун өс район-ҡаланың «көмөш» йәштәгеләр менән эш тәжрибәһе өйрәнелде. Командалар үҙҙәре менән таныштырып, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһының әһәмиәте тураһында һөйләне. «Мәғариф», «Сәләмәтлек», «Туризм», «Ижад», «Физик культура», «Ирекмәнлек һәм остазлыҡ» - йүнәлештәр күп төрлө, һәр муниципалитет иң яҡшы проекттарын баһалама комиссияһы иғтибарына тәҡдим итте.
Фестивалдең тәүмаҡсаты - «көмөш» йәштәгеләргә социаль адаптация буйынса яңы мөмкинлектәр асыу. Зональ этап 16 июлгә тиклем дауам итә, еңеүселәр август аҙағында Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк йомғаҡлаусы сарала билдәләнә. Ойоштороусылар муниципаль берәмектәрҙән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса тормошҡа ашырылған иң яҡшы проекттар көтә.