Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе 2023 йылда эшләгән республика пенсионерҙарының страховка пенсияһын ғаризаһыҙ тәртиптә ҡайтанан иҫәпләй. Бынан тыш, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсия ла арттырыла. Аҡса августа ғәҙәти график буйынса күсерелә.
Пенсияны яңынан иҫәпләү пенсионерҙың эш хаҡына бәйле: ул ни тиклем юғарыраҡ булһа, пенсия ла шул тиклем күберәк арта. Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициентын тәшкил итә. Коэффициент хаҡы пенсияны юллаған йылға бәйле. Быйыл ул - 133 һум самаһы. Тупланған коэффициентты дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша һорап алырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдан республикала эшләп йөрөгән барлыҡ пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана башлай. Тәүге индексация киләһе йылдың февралендә башҡарыла, Социаль фондта был автоматик рәүештә иҫәпләнә.