Контракт төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум түләнә

Рәсәй президенты Владимир Путин 1 августан 31 декабргә тиклем контракт төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был сумма Оборона министрлығы менән бер йылдан контрактҡа ҡул ҡуйғандарға тәғәйенләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ла Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 10 июлдән контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләйәсәк. Шулай итеп, 400 мең һум федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ. Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пункты номеры: 248-29-31. Өфөнөң коды- 347