Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко «Үҙәк баҙар» комплексында хеҙмәт итеүсе һаҡсы Валерий Чипизубовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы. Ир банкомат аша мутлашыусыларға аҡса күсерегә маташҡан ханымды был аҙымдан туҡтатҡан. Шул рәүешле ул ҡатындың ярты миллион һум аҡсаһын һәм нервыларын һаҡлап алып ҡалған. Ваҡиға тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репоптажында.
Видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан алынған яҙмала күренеүенсә, ханым аҡса күсереүен йәшереп маташа. Күрәһең бәйләнештең теге осондағы мутлашыусылар ханымды мөмкин тиклем һиҙҙермәй генә эш итергә өгөтләй. Тап ошо ҡыланышы һаҡсыны һиҫкәндерә лә инде. Армияла элемтәсе булып хеҙмәт иткән Валерий тәүҙә ҡатындың телефон аша нимәләр һөйләгәненә лә иғтибар итә.
Һаҡсыларға кешеләрҙең банкоматтан аҡса алыу, күсереү мәлен күҙәтеү бурысы йөкмәтелмәгән. Шәхси эшкә ҡыҫылыу хатта тыйыла. Әммә был ваҡиғала һаҡсы ситтә ҡала алмаған.
Валерий һуңғы секундтарҙа ханымды аҡса күсереүҙән туҡтата һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Шул ваҡытта ғына хаҡлы ялдағы ҡатын үҙенең мутлашыусылар ҡармағына эләккәнен аңлай.
Ҡатындың аҡсаһы янында ҡалған, ә һаҡсы эске эштәр министры ҡулынан рәхмәт хаты алды. Александр Прядко әйтеүенсә, хаҡлы ялдағылар өсөн 500 мең һум ҙур аҡса. Ҡайһы берәүҙәр был юғалтыуҙарҙы кисерә лә алмай. Шуға ла ул Валерийҙың уяулығын геройлыҡ тип һанай.
Республика халҡы көн дә уртаса 15 миллион аҡсаһын телефон бурҙары иҫәбенә күсерә. Аферистар тотош бер команда менән эш итә һәм көн дә төрлө алдау юлдары уйлап сығара. Эске эштәр министры башҡаларҙы ла уяуыраҡ, бер береңә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.
Айнур Кәбиров