Баймаҡ районы Граф күле буйында ойоштороласаҡ «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә хоббихорсинг, йәғни уйынсыҡ атта йөрөү буйынса күрһәтмә сығыштар була. Шулай уҡ теләүселәр пониҙа һыбай йөрөү техникаһын үҙләштерә аласаҡ. Өфө районының «Жуков» ат клубы тарафынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалында
Пониҙы манежға сираттағы күнекмәгә сығарыр алдынан таҙартып, эйәрләргә кәрәк. Махсус экипировка кейгән балалар үҙҙәре лә был спорт төрөндә уңышҡа ирешер өсөн, тәү сиратта, яуаплы һәм хәстәрлекле булыу мөһимлеген билдәләй. Һыбай йөрөү һынды тура тоторға, мускулдарҙы нығытырға ярҙам итә. Аиша Сарай ҙа спорт дисциплинаһын күптән түгел генә үҙләштерә башлауға ҡарамаҫтан, хайуан менән оҫта эш итә.
Манежға сығыр алдынан балалар оҙайлы физкультура-һауыҡтырыу дәрестәре үткән, хайуан менән килешеп эшләргә өйрәнгән. Утыҙ сантиметр бейеклектәге ҡаршылыҡты үтер өсөн дә бит тәүәкәллек һәм ныҡышмаллыҡ талап ителә. Тренерҙарҙың тырышлығы менән Олимпия уйындары төрҙәренә ингән дисциплиналар үҙләштерелә.
2007 йылда Рәсәй ат спорты федерацияһы президиумы ҡарары менән пони-спорт буйынса комитет ойошторола. Ошо ваҡыттан алып был йүнәлеш киң таралыу ала. Пониҙа ун алты йәшкә тиклем балалар йөрөй ала, артабан уларҙың күбеһе ат спорты менән әүҙем шөғөлләнә башлай.
Өфө районы Жуков ауылында урынлашҡан ат клубында ай һайын дүрт йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Дәрестәр график буйынса ойошторолған. Үҫмерҙәрҙең күбеһе үҙҙәре лә инструктор ролендә сығыш яһай. Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыу ҙа алынған. Өс пони менән күрһәтмә сығыштар буласаҡ.
Ат клубында хоббихорсинг буйынса дәрестәр 2020 йылдан алып барыла. Таяҡ тотҡан балалар аяҡтары менән ат хәрәкәттәрен ҡабатлап, төрлө ҡаршылыҡтар аша үтә. Йәш буйынса сикләүҙәр булмаһа ла, был дисциплина менән башлыса үҫмерҙәр шөғөлләнә. 15-16 августа Баймаҡ районында үтәсәк фестивалдә Хоббихорсинг буйынса Федерация советы етәкселегенең килеүе лә көтөлә. Майҙанда йәш быуын араһында популярлыҡ алған хәрәкәт тураһында файҙалы мәғлүмәт еткереләсәк.
Гөлназ Хәйбуллина