"Самурай" махсус хәрби операция биләмәһендә ҡала

  Көйөргәҙе районының элекке башлығы Юлай Ильясов контракт буйынса  махсус хәрби операция биләмәһенә былтыр көҙ киткәйне.  Әле ул килешеүҙе оҙайтҡан. "Махсус хәрби операцияға китеүем,  тәү сиратта, илһөйәрлектән. Районда эшкә һәләтле команда ҡалды. Ярты йыл хеҙмәт иттем. Контрактты тағы ярты йылға һуҙҙым. Бында йәштәр килде, уларҙы өйрәтергә кәрәк. Махсус хәрби операцияға йыйынғандарға, был яҡшы аҙым, тип әйтер инем. Тыуған илде һаҡлару- изге бурыс", - ти “Самурай” ҡушаматлы яугир Юлай Ильясов. Республикала контракт төҙөүселәргә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була.