Башҡортостанда хәрбиҙәргә бер тапҡыр 1 миллион 200 мең һум аҡса түләнә

Рәсәй президенты  1 августан 31 декабргә тиклем хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн килешеү төҙөгәндәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Түләү Оборона министрлығы менән бер йылға килешеү төҙөүселәргә тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 10 июлдән контракт төҙөгән хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттырылды. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн  Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән республика халҡы Башҡортостандан 505 мең һум ала. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй. 400 мең һумлыҡ федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Республика хәрби хеҙмәткәрҙәре, бер миллион 205 мең һум аласаҡ. Бөтә һорауҙар буйынса 122 йәки (347) 218-19-19 һандары буйынса Ситуация үҙәгенә, шулай уҡ МФЦ офистарына, “Минең документтарым” тәҙрәһенә мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пунктының телефоны: (347) 248-29-31.