Учалы халҡы хәрбиҙәргә УАЗ авомобиле алып ебәргән

Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итә. Гуманитар ылауҙы Төньяҡ хәрби округы ветераны Рәил Ҡорамшин, “Юлдаш”  һәм “Макар” позывнойлы хәрбиҙәр оҙата. Учалылар Төньяҡ хәрби округы хәрбиҙәре өсөн өс УАЗ машинаһы, мотоцикл һатып алған. Йөк машинаһы камуфляж селтәрҙәре, ҡоралдар һәм шәхси посылкалар менән тултырылған.