Өфөлә хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды

Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды. Ун алты кеше махсус йыһазландырылған транспорт сараһы хужаһы булды. Дөйөм алғанда, 2001 йылдан программа буйынса меңдән ашыу инвалид был мөмкинлек менән файҙаланған. Бүләкләнеүсе водителдәрҙең тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.

Һәр автомобиль хужаһының физик мөмкинлектәрен иҫәпкә алып махсус йыһазландырылған һәм ҡулдан идара итеү системаһы менән тәьмин ителгән. Учалы районынан Салауат Баһауетдинов социаль реабилитация программаһы буйынса дүртенсегә транспорт сараһын яңырта. 2000 йылда ауыл хужалығында эшләгәндә ҡаты йәрәхәтләнгән яҡташыбыҙ автомобиль ярҙамында тулы тормош алып барыуын да билдәләп үтте.

Быйыл Рәсәй пенсия һәм социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе эш урынында йәрәхәтләнеүселәрҙе автомобилдәр менән тәьмин итеүгә илле миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Махсус транспорт сараһын файҙаланыу ваҡыты ла билдәләнгән, ошо ваҡыт эсендә уны һатырға йә бүләк итергә ярамай. Шулай уҡ фонд иҫәбенә машинаға бер тапҡыр капиталь ремонт уҙғарырға була. Квартал һайын яғыулыҡ-майлау материалдары сығымдары өсөн компенсация ла ҡаралған.

Автомобиль алыусылар төрлө йылдарҙа хеҙмәт урынында зыян күргән. Күңелһеҙ осраҡҡа эләккәндә барыһы ла рәсми эшләгән - был, тәү сиратта, социаль яҡтан ярҙам саралары булыуға гарантия.

Фонд ярҙамында производствола йәрәхәт алыусыларға страховка түләүҙәре лә ҡаралған. Программаға ярашлы, улар тейешле техник реабилитация саралары, дарыуҙар менән тәьмин ителә. Медицина ойошмаларында һәм шифаханаларҙа дауалау курсы үтәләр. Тулыраҡ мәғлүмәтте берҙәм контакт-үҙәк телефонына шылтыратып белергә була.

Гөлназ Хәйбуллина