«Атайсал» проекты Башҡортостан халҡының күп проблемаларын хәл итте. Сөнки ул һәр кемгә кесе ватанына ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Был идеяны төбәк башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда күтәреп сыҡҡайны. Бер нисә йыл эсендә проект ҙур танылыу алды.
Стәрлетамаҡтағы «Мөхәммәтсәлим» мәсете 2012 йылда төҙөлә башлаған. Ул шәхси эшҡыуар Салауат Яппаров башланғысы менән сафҡа ингән. Дөйөм эшкә эшҡыуарҙарҙан алып ҙур булмаған пенсияһынан өлөш сығарған ябай халыҡ та үҙ ярҙамын күрһәтә. Аллаһ йортоноң дөйөм майҙаны 610 квадрат метр, мәсеткә бер юлы 700-гә тиклем кешене һыя. Бында, намаҙ уҡыу залы, никах һәм исем ҡушыу йолалары өсөн бүлмәләр бар. Мәсет биләмәһендә ике административ бина: хужалыҡ блогы һәм пансионат урынлашҡан. «Атайсал» проекты сиктәрендә төҙөлгән «Мөхәммәтсәлим» мәсете - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы өсөнсө Аллаһ йорто. Республика кимәлендә проект үҙенең төп маҡсатына өлгәште - ул халыҡты берләштереп, изгелеккә һәм яҡшылыҡҡа әйҙәне.