Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич менән осрашты

Унда берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың 2023 йылғы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Башҡорт-төрөк мөнәсәбәттәре тарихы республикала ҙур төрөк компаниялары эшләгән осорҙағы сағыу миҫалдарға эйә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Мәҫәлән, быйыл «Лимак» холдингы Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының беренсе сиратын төҙөүҙе тамамланы. Төркиәнең Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе артабан хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм төбәктең инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан менән Төркиә араһындағы авиабәйләнеште үҫтереү, Төркиә Республикаһының Өфөләге Почетлы консулы офисын асыу мөмкинлектәре һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.