Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин исеменән ялған белдереү интернет селтәрендә таратыла

Ул йәнәһе лә милли республика башлыҡтарына йүнәлтелгән. Ялған документ мосолмандарға ҡарата түҙемһеҙлек күренештәренә ҡаршы көрәшергә саҡыра, шул иҫәптән радикаль ысул менән. Тәлғәт Тажетдин үҙе белдереүҙе кире ҡаға. Ул был һүҙҙәрҙең Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты позицияһы менән дә, ислам нормалары менән дә бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, тигән. Юғары мөфтөй дини-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡтың мөһимлеген билдәләне.