Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы һынау лабораторияһында Евразия иҡтисади союзы илдәренә экспортлау өсөн яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән. Бойҙайға анализ ураҡ старт алыу менән башланған. Һынау лабораторияһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Бөртөкләп тикшерелә иген. Лабораторияға хужалыҡтан бойҙай ике килограм килтерелә. Уның ҡайһы райондан һәм хужалыҡтан икәнлеге лаборанттар өсөн сер булып ҡала. Махсус билдә менән тамғаланғандан һуң ғына ул белгестәргә тапшырыла.
Бойҙайҙы иң тәүҙә өс минут самаһы иләп лаборант зарарлы бөжәктәр юҡлығын ҡарай.
Өс сәғәт эсендә игендең сифаты тулыһынса тикшерелә. Лаборанттар көнөнә алтмыш төрлө проба тикшереп өлгөрә ала. Ямғырлы йәй арҡаһында әлегә тикшереү ҡыҙыу бара тип әйтеп булмай.
Лабораторияға ғаризаны хужалыҡтар берҙәм система аша ебәрә. Бойҙайға анализ бушлай булһа, арыш, арпа, һоло, борсаҡ, майлы культуралар, рапс, етен, көнбағышты тикшертеү түләүле.
Ураҡ башынан республиканың ике йөҙҙән ашыу хужалығы бойҙайға анализ эшләткән. Аграрийҙар Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Әрмәнстан менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостандың сифатлы игененә ситтә һорау ҙур.
Рәмилә Исмәғилева