Маҡсатлы, рухлы, алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡоро. Йылайыр районында «Аҫылташ» форумы үтте. Төбәктең креатив йәштәрен туплаған сара «Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә уҙғарыла. Форумда шәхси һәм һөнәри үҫеш, лидерлыҡ, ижади эшмәкәрлек һәм башҡа темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде, үҙ тармағында билдәле спикерҙар һәм блоггерҙар менән оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Рәсәй йәштәре» конкурсында еңеүселәр социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1 млн һумға тиклем гранттар отто. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов йәштәр менән аралашып, конкурста еңеүселәрҙе бүләкләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Аҫылташ» форумында ҡатнашыусларҙың һәр көнө тәҫьораттарға бай, әүҙем, күтәренке кәйефтә үтте. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 500 кеше «Геройҙар уҙышында ҡатнашып» тиҙлектә һынашты. Йылыйыр районында «Дуҫлыҡ» лагере майҙанында өс көн дауам иткән форум һәләтле йәштәрҙе берләштереп, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуға юл һалды.
«Аҫылташ» форумында спикерҙар ҡатнашлығында лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре, квесттар, интеллектуаль уйындар һәм башҡа креатив майҙансыҡтар эшләп торҙо. Һәр кис йәштәр усаҡ янында йырҙар йырлап, иртә менән саф һауала зарядка эшләп көндәрен башланы. Етенсе йыл рәттән ойошторолған форум тәүге йылдарҙан уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.
Шәхси бренд ойоштороп социаль селтәрҙәрҙә аҡса эшләү , отошло стартап башлап ебәреү йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған темалар исемлегендә булды . Республика буйынса сәйәхәттәр , сәләмәт туҡланыу һәм башҡа йүнәлештәр иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов «Аҫылташ» йәштәре менән аралашып асыҡ дискуссия ойошторҙо. Алдынғы ҡарашлы йәштәр борсоған һорауҙарына яуаптар алды. Башҡорт телен үҫтереү, стипендия һәм гранттар юллау, йәштәр проекттарын үҫтереү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Шәхси һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Студенттарҙың байтаҡ мөрәжәғәттәре буйынса артабан эш алып барыласаҡ.
Азат Бадранов йәштәр сәйәсәте эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәрҙе бүләкләп, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ирекмәндәр, әүҙем йәштәр ышаныслы киләсәктең нигеҙе булып тора һәм уларҙы дәртләндереү саралары артабан да ойоштороласаҡ. Йылайыр районында үткән форум иҫтәлегенә ағастар ултыртылды. Һаҡмар буйындағы Йәштәр аллеяһы «Аҫылташ» - 2024 форумы символы булып торасаҡ.
Флорида Ким