Ишембай IT-белгестәре махсус хәрби операцияға дрондар әҙерләгән

Пилотһыҙ осоу аппараттары һынауҙы уңышлы үткән һәм тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа оҙатыла, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов. Рәмил Йәнишев менән Альберт Яманаев бер нисә ҡорамал әҙерләгән. Уларға Түбәнге Әрмет ауылы халҡы ярҙам иткән, улар кәрәкле деталдәр, материалдарҙы килтергән, шулай уҡ аҡса йыйып тапшырған. Яҡын арала дрондар хәрби частарҙың береһенә оҙатыла. Улар алғы һыҙыҡта өҫтәмә һынау үтә. Һалдаттарҙың баһаларын иҫәпкә алып, хаталарҙы төҙәтеү буйынса эш алып барыласаҡ.