Июлдә рекорд күләмдә ямғыр яуған

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай  хәл 30 йыл буйы күҙәтелмәгән.  Бер айҙа ике  ай  ярым нормалыҡ яуған. Көньяҡ һәм  Көнсығыш райондарҙа  3-4 айлыҡ ямғырҙар булған. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында йылғалар күтәрелде. Ҡайһы бер урындарҙа  ташыу  кимәле яҙғы ҙур һыу мәлендәге күрһәткесте үтеп китте. Юлдарҙы, ҡаралтыларҙы һыу баҫыу осраҡтары булды.