Республика парламенты яңы миҙгелгә эш планын иғлан итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекттарының 12-еһе тәүге уҡыуҙы үткән. Уларға төҙәтмәләр әҙерләнә. Документтарҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Спиртлы эсемлектәр менән сауҙаны көйләүгә бәйле, республика халыҡтары телдәре тураһында, референдум тәртибенә ҡағылышлы документтар бар. Шулай уҡ көҙөн бюджет проекты буйынса эш алып барыла.