Премьер-министр Андрей Назаров Республика төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан төҙөлөш тармағы йылдам үҙгәрә. Норматив һәм хоҡуҡи база камиллаша, төҙөлөш ваҡыты ҡыҫҡара. Кредит биреүселәр өсөн яңы гарантиялар билдәләнгән. Маҡсат - йылына 3 миллион 300 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөлөшө күләмен һаҡлау ҡалыу тине Андрей Назаров.