Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбировтың йәмәғәт ярҙамы штабы эш башланы

Ошо уңайҙан штабҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, спорт, сәйәсәт, мәғариф, хеҙмәткәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары йыйылды. Уларҙың барыһын да кандидатҡа теләктәшлек берләштерә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов әйтеүенсә, һуңғы алты йылда Башҡортостан яҡшы яҡҡа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Миҙал итеп мәктәптәрҙең ремонтланыуын килтерер инем. Сөнки белем биреү усаҡтары тураһында һүҙ йөрөткәндә беҙҙең балалар, ейәндәр, киләсәк тураһында хәстәрлек тип аңлайбыҙ, тине ул. Штабта кандидат алып барған сәйәсәтте халыҡҡа еткереү, яңы проекттар башлау өҫтөндә эшләйәсәктәр.