Уҙған биш йылда 14 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлһә, милли проект маҡсаттарына ирешеү өсөн алдағы биш йылға тағы ла ҙурыраҡ план ҡуйылған - күрһәткес 17 миллион квадрат метрға етергә тейеш. Республикала төҙөлөш комплексының эше тотороҡло тип баһалана. Был турала төбәктең төҙөүселәр Ассоциацияһының сираттағы ултырышында билдәләнде.
Осрашыуҙа ҡануниәттәге үҙгәрештәр, яңы милли проекттар, Өфөнөң 450 йыллығы объекттары тураһында һүҙ барҙы. «Тормош өсөн инфраструктура» тип исемләнгән яңы федераль проекттың редакцияһы ла ҡаралды. Ассоциацияға килгәндә, ул 2021 йылдың мартында коммерция булмаған ойошма булараҡ ойошторолғайны. Унда төбәктең алдынғы төҙөлөш-инвестиция компаниялары инә. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү һәм тармаҡ өсөн мөһим проблемаларҙы берҙәм көс менән хәл итеү йүнәлешендә эш алып барыла.