Төбәктә муниципаль мәғариф системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса зональ кәңәшмәләр старт алды

Башҡортостанда муниципаль мәғариф системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса зональ кәңәшмәләр старт алды. Быға тиклем төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика август кәңәшмәһе алдынан ошондай йыйылыштарҙы уҙғарыу тәжрибәһен тергеҙергә ҡушҡайны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл педагогтар өсөн күләмле сара Стәрлетамаҡта үтә. Зональ кимәлдәге кәңәшмәләргә килгәндә, тәүгеһе Сибайҙа ойошторолдо. Осрашыуҙа мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын үҫтереү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, уҡыу пландарын яңыртыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы муниципаль практикалар билдәләнә.

Рәсәй мәғариф министрлығы күрһәтмәһе менән муниципалитеттарҙы ҡеүәтләүсе мониторинг күрһәткестәре раҫланған. Муниципаль мәғариф системалары төбәк кимәлендә лә айырым баһалана. Сибай ҡалаһын ғына алһаҡ та, ул күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урынды биләй. Бында Урал аръяғының көслө белем биреү үҙәктәре тупланған.

Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры