Башҡортостан Милли музейында Өфөнөң 450 йыллығына арналған уникаль фотокүргәҙмә эш башланы

Экспозиция килгән халыҡты төрлө ваҡыт геройҙары менән таныштыра. Фотоларҙа киң билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, музыканттар, әҙәбиәтселәр ҙә бар. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә шулай уҡ баш ҡаланың үҫеше лә асыҡ сағыла. Ижади проект авторҙары билдәле фоторәссамдар Рәиф Баҙыҡов менән Вячеслав Стрижевский. «Кешеләр һәм ҡала» - быуындар бәйләнешен, Өфөнөң үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы проект. Ижади эштәрҙә баш ҡаланың данлыҡлы үткәне һәм бөгөнгөһө бер бөтөн булып күҙ алдынабаҫа.