Саҡырылған ҡунаҡтар үҙәк майҙанда урынлашҡан обелискҡа сәскәләр һалып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ошо уҡ көндө биләмәлә «Ихлас» мәсете асылды. Иман йорто ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән, уны күтәреүҙә урындағы халыҡ, төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар әүҙемлек күрһәткән.
Мәҙәниәт йортонда ауылдың бер быуатлыҡ тарихына арналған байрам сараһы ойошторолдо. Сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны. Концерт программаһынан һуң фиҙәҡәр хеҙмәте менән ауыл үҫешенә тос өлөш индереүселәр, әүҙем йәмәғәт эше алып барыусылар Рәхмәт хаттары алды.