Ул Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының 100 йыллығына арналған. Сараның пленар ултырышында Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк башлығы сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, тармаҡ ветерандарын бер быуатлыҡ юбилей менән ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙенең сығышында ул сауҙа - республиканың төп өлкәләренең береһе, тармаҡта бөгөн 300 меңдән ашыу кеше мәшғүл, Башҡортостанда 27 мең самаһы сауҙа объекты эшләй, тип билдәләне.