Радий Хәбиров Пилотһыҙ осоу аппараттары пилоттарын әҙерләү үҙәгендә булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Владлен Татарский исемендәге Пилотһыҙ осоу аппараттары пилоттарын әҙерләү үҙәгендә булды. Үҙәккә былтыр республика етәксеһе инициативаһы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы пилотһыҙ системалар менән идара итеү, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау күнекмәләренә өйрәтеү өсөн нигеҙ һалынды.

Үҙәк заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Полигон әҙерлекте хәрби бурыстарға мөмкин тиклем яҡын шарттарҙа үтәргә мөмкинлек бирә. Үҙәк инструкторҙары пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү тәжрибәһе булған махсус хәрби операция ветерандары. Радий Хәбиров үҙәк курсанттарының уҡыу һәм йәшәү шарттары менән танышты, аппарат өлгөләрен ҡараны. Белгесте әҙерләү ваҡыты 200 академик сәғәттән кәм түгел. Төбәк башлығына дрондар ярҙамында хәрби техниканы юҡ итеү күрһәттелде. Полигонда Башҡортостанда етештерелгән двигателдәр ҡуйылған аппараттар һынапа. Инструкторҙар билдәләүенсә, улар ышаныслы һәм ғәмәлдәге аналогтарынан ҡалышмаясаҡ.