Өфөлә бөгөнгө Рәсәй адвокатураһы мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте

«Торатау» конгресс-холында бөгөнгө Рәсәй адвокатураһы мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Кәңәшмә барышында адвокат «монополияһы» тураһында закон проектын әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Ҡануниәтте ҡабул иткән осраҡта граждандарҙың мәнфәғәттәрен судтарҙа адвокат статусы булған белгестәр генә яҡлай аласаҡ. Шулай уҡ профессиональ эшмәкәрлеккә ҡамасаулаған өсөн енәйәт яуаплылығын билдәләү, йәғни адвокаттарға өҫтәмә гарантиялар кәрәклеге, Рәсәй адвокаттарының граждандарға бушлай юридик кәңәшмәләрен биреүҙе ойоштороу һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.

Сараны уҙғарыу өсөн Башҡортостанды һайлау осраҡлы түгел. Әгәр ҙә бында профессиональ, ҡыҙыҡһыныусан һәм хәбәрҙар булған адвокатар эшләмәһә, был урынды һайлап та тормаҫ инек. Беҙ адвокаттарға уларҙың әүҙем позицияһы, етәкселәргә шундай актив кешеләрҙе берләштергне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был бөтә ил адвокатураһы өсөн бик мөһим сара.

Светлана Володина, Рәсәй Федераль адвокаттар палатаһы президенты

Рәсәй федераль адвокаттар союзы сарпны Башҡортостан адвокаттар палатаһы һәм адвокаттар коллегияһы менән берлектә ойошторҙо. Фәнни-ғәмәли конференцияла сит ил белгестәре лә ҡатнашты. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан адвокаттары үҙ республикаларындағы тәжрибә менән уртаҡлашты.

Адвокатура йәмғиәт функцияһының бер өлөшө, ғәҙеллектең хакимдашы булып тора. Бер кемгә лә көсһөҙ, бөтә нәмәнән ҡурҡып тороусы адвокат кәрәкмәй. Барыһына ла үҙ фекерен ҡурҡмайынса әйтә белгән, законды үтәү кәрәклеген күрһәтеүсе яҡлаусы кәрәк. Шуға күрә адвокатура көслө булып ҡалырға, ә бының өсөн бойондороҡһоҙ булырға тейеш. Башҡа юлыбыҙ юҡ.

Михаил Толчеев, Рәсәй Федераль адвокаттар палатаһының беренсе вице-президенты